башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
рәсми сайт yakupova.eduportfolio.ru
 
Главная / Уҡыусыларға / Инша яҙыу серҙәре

Инша яҙыу серҙәре

Инша яҙыу серҙәре

 

Инша яҙыу этаптары:

-темаларҙы уҡып сығыу;

-тема һайлау;

-иншаның төрөн билдәләү;

-уның яҙыу методын һәм стилен асыҡлау;

план төҙөү;

- материалдар төҙөү;

-иншаны ҡараламаға яҙыу;

-тикшереү;

- күсереп яҙыу;

-ҡайтанан тикшереп, эште тапшырыу;

Инша яҙыу этаптарын айырым-айырым ҡарап үтеү:

 

- Темаларҙы иғтибар менән уҡып сыҡ. Ни өсөн ошо теманы һайларға булдың? Теманы асыу өсөн нимәләр кәрәк икәнен асыҡлау.

 

-Иншаның жанрын дөрөҫ итеп билдәлә. Ижади эш төрҙөрен иҫкә төшөрөп китеү. (аннотация, рецензия, доклад, реферат, шиғыр, очерк, репортаж, хат, нәҫер, мәҡәлә)

 

-Ижади эштең был этабында һәр жанрҙың үҙенә ярашлы метод менән һәм билдәле стилдә яҙыуҙы талап итеүен иҫкә төшөрөү.

Реферат,аннотация,рецензия, доклад- ғилми- тикшеренеү методы менән, фәнни стилдә яҙыла.

Нәҫер, шиғыр- художество методы менән, матур әҙәбиәт стилендә яҙыла.

Хат- эпистоляр һәм йәнле һөйләү стилендә яҙыла.

Очерк, репортаж, мәҡәлә- художество методы менән, публицистик стилдә яҙыла.

 

- План төҙөү. ул ябай һәм ҡатмарлы була. Пукттарҙа һөйләмдәр бер иш булырға, план теманы эҙмә-эҙлекле һәм тулыһынса асырға тейеш.Төп өлөштә образға һәр яҡлап характеристика бирегеҙ. Йомғаҡлауҙа төп өлөштә әйтелгәндәр буйынса һығымта яһарға онотма.

 

-Иншаға материалдар йыйыу.Цитаталар ҡулланыу. Цитаталарҙа тыныш билдәләре тура телмәрҙәге кеүек, тик шиғыр өҙөктәре генә тырнаҡ эсенә алынмағанын онотма. Эпиграф иншаның йөкмәткеһен раҫлап торорға һәм инша алдынан юлдың яртыһынан биттең уң яғынан яҙылырға, уның авторы күрһәтелергә тейеш икәнен иҫеңдән сығарма.

 

-Инша күләме уның жанрына ҡарап билдәләнә. Эшеңде беренсе тапҡыр тикшергәндә бөтә иғтибарыңды тема дөрөҫ асылғанмы икәненә йүнәлт.Ситкә китеү күренештәре булһа төшөрөп ҡалдыр.Икенсе тапҡыр тикшергәндә бөтә төр хаталар тикшерелергә тейеш. Һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар ит. Өсөнсө тапҡыр уҡығанда абзацтар дөрөҫлөгөн ҡара, эшеңә баһа бир.

 

- Иншаңды тикшергәндә уҡытыусының ниндәй критерийҙарҙан сығып тикшергән онотма. Бына улар:

- тема тулыһынса асылғанмы?

-инша эҙмә- эҙлекле яҙылғанмы?

- теле баймы, стиль ҡытыршылыҡтары бармы?

цитаталар авторҙың үҙ фекерен кеүәтләйме, урынлы ҡулланғанмы?

- иншаның жанрына стиль тура киләме?

- авторҙың оригиналь фекере, яңы ҡарашатары бармы?

инша рухландырамы, ышандырғыс итеп яҙылғанмы?

 

На сайте yakupova.eduportfolio.ru мы не собираем и не храним никакую информацию без вашего согласия.
Cookie используются для сбора статистики и информации технического характера и хранятся на вашем устройстве. Принимаю
Наверх страницы