башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
рәсми сайт yakupova.eduportfolio.ru
 
Главная / Уҡыусыларға / Изложение тексы өҫтөндә эш алымдары

Изложение тексы өҫтөндә эш алымдары

Изложение тексы өҫтөндә эш алымдары

 

1. Тексты беренсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәге һораҙарға яуап бирергә тырышығыҙ:

а) текст ниндәй стилдә һәм жанрҙа яҙылған?

б) унда нимә тураһында һөйләнелә?

в) төп фекер ниндәй?

 

2. Икенсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәгеләрҙе яҙып алырға тырышығыҙ:

а) текстың нисә өлөштән тороуын һәм уның эҙмә- эҙлеклелеген;

б) төп йөкмәткене биреүсе һүҙҙәрҙе;

в) бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеү алымдарын.

 

3. Текст йөкмәткеһен бирер алдынан түбәндәгеләрҙе үтәгеҙ:

а) һәр өлөшкә исем ҡушып, план төҙөргә, текст йөкмәткеһен асырға ярҙам итеүсе факттарҙы сағылдырыусы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйырға;

б) текстың башын һәм аҙағын, бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеште уйларға;

в) авторҙың йөкмәткене биреү өсөн ниндәй тел сараларын ҡулланыуын иҫкә төшөрөргә, әгәр ҙә һүҙмә-һүҙ хәтерләй алмаһағыҙ, тел сараларын һайлағанда уларҙың стилистик һәм жанр үҙенсәлектәренә иғтибар итергә.

На сайте yakupova.eduportfolio.ru мы не собираем и не храним никакую информацию без вашего согласия.
Cookie используются для сбора статистики и информации технического характера и хранятся на вашем устройстве. Принимаю
Наверх страницы